Отписывайтесь от событий, которые не интересны
Чтобы отписаться от новостей другого пользователя, щелкните на значке настроек в этом событии и выберите нужный пункт.
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Гел миҙгелдәр алға баҫа—
Бер йәшел дә бер аҡ,
Әй ҡатындар,
Әй ҡатындар,
Йондоҙҙарҙай йыраҡ.
Миҙгел тигәндәре һалҡын,
Бер ҡараһаң, ялҡын.
Әй ҡатындар,
Әй ҡатындар,
Йондоҙҙарҙай яҡын.
Баштарымда көйрәй хәҙер
Миҙгелдәрҙең ҡары.
Йондоҙҙарҙай был ҡатындар,
Етеп булмай бары...
Ғүмер ярынан ҡолаһам
Упҡын ҡосағына,
Еттем тиеп алданырмын
Йондоҙ усакына...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Гел миҙгелдәр алға баҫа—
Бер йәшел дә бер аҡ,
Әй ҡатындар,
Әй ҡатындар,
Йондоҙҙарҙай йыраҡ.
Миҙгел тигәндәре һалҡын,
Бер ҡараһаң, ялҡын.
Әй ҡатындар,
Әй ҡатындар,
Йондоҙҙарҙай яҡын.
Баштарымда көйрәй хәҙер
Миҙгелдәрҙең ҡары.
Йондоҙҙарҙай был ҡатындар,
Етеп булмай бары...
Ғүмер ярынан ҡолаһам
Упҡын ҡосағына,
Еттем тиеп алданырмын
Йондоҙ усакына...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Күкһел яҙҙар еткән дәһә,
Әй, тағы ла таң сыңлай.
Мәңгелектең ҡыйығынан
Көндәр тама тамсылай.
Ғүмер бер килгән яҙ төҫлө,
Дауыл мине ҡамсылай.
Мәңгелектең ҡыйығынан
Йылдар тама тамсылай.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Күкһел яҙҙар еткән дәһә,
Әй, тағы ла таң сыңлай.
Мәңгелектең ҡыйығынан
Көндәр тама тамсылай.
Ғүмер бер килгән яҙ төҫлө,
Дауыл мине ҡамсылай.
Мәңгелектең ҡыйығынан
Йылдар тама тамсылай.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Алға баҫа алһыу офоҡ,
Елдә елберләп кенә.
Атым юрта,
Арбамда мин
Киләм келдерләп кенә.
Асыуланам,
Ҡоштар ҡунып,
Офоҡ ситен һүткәнгә.
Киләсәккә еләменме,
Әллә ҡайтам үткәнгә.
Арбаларҙан төшәйем дә
Ҡоласымды кирәйем.
Юлдың саңын иңдән атып,
Иртәгәмә керәйем.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Алға баҫа алһыу офоҡ,
Елдә елберләп кенә.
Атым юрта,
Арбамда мин
Киләм келдерләп кенә.
Асыуланам,
Ҡоштар ҡунып,
Офоҡ ситен һүткәнгә.
Киләсәккә еләменме,
Әллә ҡайтам үткәнгә.
Арбаларҙан төшәйем дә
Ҡоласымды кирәйем.
Юлдың саңын иңдән атып,
Иртәгәмә керәйем.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ҠАРТ ЗАРЫ
Киткәндәрҙе оҙата бит ҡалам,
Ҡайтҡандарын инде ҡаршылай.
Сит илдәре шундай яҡынайҙы,
Шундай яҡын, мейес башылай.
Кеҫәләр буш,
Ҡапшанаһың инде,
Килеп баҫып донъя ҡашына.
Сит илдәргә генә етеп булмай —
Менеп булмай мейес башына.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Киткәндәрҙе оҙата бит ҡалам,
Ҡайтҡандарын инде ҡаршылай.
Сит илдәре шундай яҡынайҙы,
Шундай яҡын, мейес башылай.
Кеҫәләр буш,
Ҡапшанаһың инде,
Килеп баҫып донъя ҡашына.
Сит илдәргә генә етеп булмай —
Менеп булмай мейес башына.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Әҙәп ҡайҙа һуң?
Бына бер ҡайғы.
Килен кирелә,
Ҡайкаи ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Биткә иман һүҙ
Бәрәләр гена.
Экрандарҙа —
Шәрәләр генә...
Бер ҡартты, ҡара, -
Ҡаҡланғанмы ни?..
Телевизорына
Ҡапланғанмы ни?..
Ейән менән ҡарт,
Эштәре харап,
Алдарына баҡ,
Ялтырай шарап...
Әҙәп ҡайҙа һуң —
Бына бер ҡайғы...
Килен кирелә,
Ҡайҡая ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Әҙәп ҡайҙа һуң?
Бына бер ҡайғы.
Килен кирелә,
Ҡайкаи ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Биткә иман һүҙ
Бәрәләр гена.
Экрандарҙа —
Шәрәләр генә...
Бер ҡартты, ҡара, -
Ҡаҡланғанмы ни?..
Телевизорына
Ҡапланғанмы ни?..
Ейән менән ҡарт,
Эштәре харап,
Алдарына баҡ,
Ялтырай шарап...
Әҙәп ҡайҙа һуң —
Бына бер ҡайғы...
Килен кирелә,
Ҡайҡая ҡайны,
Әй, әҙәм, айны...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ДАУЫЛДА
Ҡайҙа ғына баш терәйем,
Дауыл килә үкереп.
Ә баҡсала алмағастар
Сәскә атҡан күпереп,
Һүҙеңде дауыл урланы,
Ни теләнең әйтергә?
Елдән ҡурҡып һыйынғаның
Килә тағы хәтергә.
Алмағастар сәскә атҡан
Майҙың ун биштәрендә.
Үткәндәрем иҫтәремдә —
Елле яҙ кистәрендә.
Дауылға ҡаршы сығырға
Инде хәҙер кәрем юҡ.
Ҡайҙа ғына һыйынайым,
Яндарымда йәрем юҡ.
Елдәр килеп йолҡоп китә
Йөрәгемдең аһтарын.
Йәшен кеүек,
Үтте микән,
Әй, дауыллы саҡтарым.
Донъяһына ни булған һуң,
Шығырлай йыһан-һарай.
Дауылдарға ҡаршы сыҡтым,
Дауыл сәсемде тарай,
Шығырлай йыһан-һарай.
Тимер Йосопов more…
Ҡайҙа ғына баш терәйем,
Дауыл килә үкереп.
Ә баҡсала алмағастар
Сәскә атҡан күпереп,
Һүҙеңде дауыл урланы,
Ни теләнең әйтергә?
Елдән ҡурҡып һыйынғаның
Килә тағы хәтергә.
Алмағастар сәскә атҡан
Майҙың ун биштәрендә.
Үткәндәрем иҫтәремдә —
Елле яҙ кистәрендә.
Дауылға ҡаршы сығырға
Инде хәҙер кәрем юҡ.
Ҡайҙа ғына һыйынайым,
Яндарымда йәрем юҡ.
Елдәр килеп йолҡоп китә
Йөрәгемдең аһтарын.
Йәшен кеүек,
Үтте микән,
Әй, дауыллы саҡтарым.
Донъяһына ни булған һуң,
Шығырлай йыһан-һарай.
Дауылдарға ҡаршы сыҡтым,
Дауыл сәсемде тарай,
Шығырлай йыһан-һарай.
Тимер Йосопов more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Билдәһеҙ ғәскәрме ябырыла,
Болоттар ябырыла яр һымаҡ.
Әйтерһең, тауҙарҙы һелкетеп,
Кешнәп ебәрә арғымаҡ,
Болоттар ябырыла яр һымаҡ...
Йыһанға һыймайса тулғана,
Болоттар ябырыла яр төҫлө,
Бәрелә, һуғыла, кителә,
Уларға киң Урал тар төҫлө...
Әйтерһең, меңәр йыл әүәле...
Уралға хас яуҙар ишелә.
Уҡтарҙан тулған ай тишелә,
Ирҙәрҙең ғүмере киҫелә...
Әй, һарыҡ өйөрө — болоттар
Бара ла тауҙарға һыйына,
Ҡолаҡ һал һылыуҙар йырына.
Болоттар йәшенә тауҙарға,
Аҡ малың — илеңдең хәстәре.
Уралға килгән дә терәлгән,
Яр һымаҡ, яттарҙың ғәскәре.
Кәрелә тауҙарға ят яуы, more…
Билдәһеҙ ғәскәрме ябырыла,
Болоттар ябырыла яр һымаҡ.
Әйтерһең, тауҙарҙы һелкетеп,
Кешнәп ебәрә арғымаҡ,
Болоттар ябырыла яр һымаҡ...
Йыһанға һыймайса тулғана,
Болоттар ябырыла яр төҫлө,
Бәрелә, һуғыла, кителә,
Уларға киң Урал тар төҫлө...
Әйтерһең, меңәр йыл әүәле...
Уралға хас яуҙар ишелә.
Уҡтарҙан тулған ай тишелә,
Ирҙәрҙең ғүмере киҫелә...
Әй, һарыҡ өйөрө — болоттар
Бара ла тауҙарға һыйына,
Ҡолаҡ һал һылыуҙар йырына.
Болоттар йәшенә тауҙарға,
Аҡ малың — илеңдең хәстәре.
Уралға килгән дә терәлгән,
Яр һымаҡ, яттарҙың ғәскәре.
Кәрелә тауҙарға ят яуы, more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ЙӨРӘГЕМ ҠАНАТЛЫ
Асыуҙан ҡайтам бер
Дыуамал сағыма.
Әй, ҡолас кирәйем,
Тотоноп салғыма.
— Ҡабарған елме был? —
Ҡаштарын төйһөндәр, —
Саманан ашты бит,
Енме был? —тиһендәр.
Йәшлегем биләме,
Биләме — бирелә.
Әйтерһең, мин — бөркөт,
Ҡанатым кирелә.
Беҙме һуң сибектәр,
Беҙме һуң ебектәр?
Үксәгә баҫа бит
Был һынсыл егеттәр.
Асыуҙан ҡайттым бер
Дыуамал сағыма.
Ҡоласым кирәйем,
Көн ҡуна салғыма.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Асыуҙан ҡайтам бер
Дыуамал сағыма.
Әй, ҡолас кирәйем,
Тотоноп салғыма.
— Ҡабарған елме был? —
Ҡаштарын төйһөндәр, —
Саманан ашты бит,
Енме был? —тиһендәр.
Йәшлегем биләме,
Биләме — бирелә.
Әйтерһең, мин — бөркөт,
Ҡанатым кирелә.
Беҙме һуң сибектәр,
Беҙме һуң ебектәр?
Үксәгә баҫа бит
Был һынсыл егеттәр.
Асыуҙан ҡайттым бер
Дыуамал сағыма.
Ҡоласым кирәйем,
Көн ҡуна салғыма.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың,
Ғүмер хәтәр тамаша.
Мәле менән арғымаҡһың,
Мәле менән алаша,
Тормош хәтәр тамаша.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Алдыңды алдыраһың.
Өйөрмәләр өйөрөлә,
Танһығың ҡандыраһың.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Ҡара әле алдыңды.
Алыштарҙа алдыраһың,
Йәшен өтә ялыңды.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың,
Ғүмер хәтәр тамаша.
Мәле менән арғымаҡһың,
Мәле менән алаша,
Тормош хәтәр тамаша.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Алдыңды алдыраһың.
Өйөрмәләр өйөрөлә,
Танһығың ҡандыраһың.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Ҡара әле алдыңды.
Алыштарҙа алдыраһың,
Йәшен өтә ялыңды.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Салдар баҫҡан башҡайымдың
Ҡағайымсы салдарын.
Уйҙарымды туплайым бер —
Тағалмаһын һалдарым.
Юлдарымда көндәремдең
Юғалттыммы һандарын.
Бергә генә туплайымсы,
Таралмаһын һалдарым.
Хәтер еле терелтәме
Таңдарымдың алдарын.
Уйҙарымды туплайымсы —
Тағалмаһын һалдарым.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Салдар баҫҡан башҡайымдың
Ҡағайымсы салдарын.
Уйҙарымды туплайым бер —
Тағалмаһын һалдарым.
Юлдарымда көндәремдең
Юғалттыммы һандарын.
Бергә генә туплайымсы,
Таралмаһын һалдарым.
Хәтер еле терелтәме
Таңдарымдың алдарын.
Уйҙарымды туплайымсы —
Тағалмаһын һалдарым.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Инде ни хәл итәйем?
Йәйрәм иткән баҫыуҙарҙан
Юлһыҙ ғына китәйем.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Инде ни хәл итәйем?
Шаулап торған яҙҙарыма,
Йәшлегемә етәйем.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Минме һуң ул ебегән?
Түбәләрҙән айым ҡарай,
Баш осомда — Етегән.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Бейекме уҙыр үре?
Һуҡмағымда буран олор,
Алдымды ҡыйыр бүре.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Ниңә булмаһын әле?
Аҫыл ирҙәр билдәрен, тим,
Ниңә быумаһын әле?
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Юлһыҙ юлдан яҙлыҡмам.
Түбәләрҙән ҡояш ҡарай,
Торна ҡалҡа һаҙлыҡтан.
Тимер Йосопов more…
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Инде ни хәл итәйем?
Йәйрәм иткән баҫыуҙарҙан
Юлһыҙ ғына китәйем.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Инде ни хәл итәйем?
Шаулап торған яҙҙарыма,
Йәшлегемә етәйем.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Минме һуң ул ебегән?
Түбәләрҙән айым ҡарай,
Баш осомда — Етегән.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Бейекме уҙыр үре?
Һуҡмағымда буран олор,
Алдымды ҡыйыр бүре.
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Ниңә булмаһын әле?
Аҫыл ирҙәр билдәрен, тим,
Ниңә быумаһын әле?
Үткәндәргә юл юҡ, тиҙәр,
Юлһыҙ юлдан яҙлыҡмам.
Түбәләрҙән ҡояш ҡарай,
Торна ҡалҡа һаҙлыҡтан.
Тимер Йосопов more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ҮКЕНЕС
Сабырлығым һығылғанда
Гел усымда,
Әйтер һүҙем ҡала инде
Тел осомда.
Донъя, гүйә, зыр әйләнә
Өйөрмәлә.
Һөйөүемде әйтә алмай
Тел көрмәлә...
Ятҡа ҡараш аттым яҙҙың
Тын кисендә,
Нәфрәт ҡалды — ҡылыс ҡалды
Ҡын эсендә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Сабырлығым һығылғанда
Гел усымда,
Әйтер һүҙем ҡала инде
Тел осомда.
Донъя, гүйә, зыр әйләнә
Өйөрмәлә.
Һөйөүемде әйтә алмай
Тел көрмәлә...
Ятҡа ҡараш аттым яҙҙың
Тын кисендә,
Нәфрәт ҡалды — ҡылыс ҡалды
Ҡын эсендә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Шишмәләрҙән һоҙоп алып,
Ергә йондоҙҙар һирпәм.
Гөлдәрем аса күҙҙәрен,
Күҙҙәрен аса иртән.
Билен яҙҙырған гөл әйтте:
— Былай булғас, мин шиңмәм...
Һикерә-һикерә йырлап аға
Тоноҡ йондоҙло шишмәм.
Яҙ ташҡыны тынып ҡалған —
Хәле юҡ ҡыуған аттың.
Әй йондоҙло шишмәһе, тим,
Шишмәһе тыуған яҡтың.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Шишмәләрҙән һоҙоп алып,
Ергә йондоҙҙар һирпәм.
Гөлдәрем аса күҙҙәрен,
Күҙҙәрен аса иртән.
Билен яҙҙырған гөл әйтте:
— Былай булғас, мин шиңмәм...
Һикерә-һикерә йырлап аға
Тоноҡ йондоҙло шишмәм.
Яҙ ташҡыны тынып ҡалған —
Хәле юҡ ҡыуған аттың.
Әй йондоҙло шишмәһе, тим,
Шишмәһе тыуған яҡтың.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Әй, ғүмерем бар икән дә,
Тағы баҫтым яҙға.
Күҙ теймәһен,
Көн тигәнең
Китте гел аяҙға.
Ыңғай елдәр һуғылдымы
Дыуан, Малаяҙға.
Баҫыуҙарға ҡояш ҡуна,
Баҫтым ала яҙға.
Эйәрле атты сығарам,
Асып аҙбарымды.
Ғүмерҙәрем үтә инде
Котөп яҙҙарымды.
Иңдәремә ҡанат ҡунды,
Аҡ болоттар — елән.
Эйәремә осоп ҡунып,
Яҙҙарыма еләм...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Әй, ғүмерем бар икән дә,
Тағы баҫтым яҙға.
Күҙ теймәһен,
Көн тигәнең
Китте гел аяҙға.
Ыңғай елдәр һуғылдымы
Дыуан, Малаяҙға.
Баҫыуҙарға ҡояш ҡуна,
Баҫтым ала яҙға.
Эйәрле атты сығарам,
Асып аҙбарымды.
Ғүмерҙәрем үтә инде
Котөп яҙҙарымды.
Иңдәремә ҡанат ҡунды,
Аҡ болоттар — елән.
Эйәремә осоп ҡунып,
Яҙҙарыма еләм...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Даным да юҡ минең,
Малым да юҡ,
Сыҡтым, ахыры, һандан.
Бер яңғыҙым ҡалдым, бер яңғыҙым,
Дуҫтар тайған яндан.
Хаҡлыҡ менән ялған
Килә булыр
Гел бысаҡҡа-бысаҡ.
Дуҫлыҡ нимә,
Ҡосаҡлаша икән
Иҫәп менән хисап...
Ғүмер үтә,
Елдәр килеп,
Ҡарҙан арҡан үрә.
Дуҫлыҡ һиңә...
Бер табында, ана,
Түрә менән түрә.
Алыш-биреш заманаһы хәҙер,
Күңелдәрҙә — бушлыҡ.
Малым да юҡ минең,
Даным да юҡ,
Хуш, бәхил бул, дуҫлыҡ...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Даным да юҡ минең,
Малым да юҡ,
Сыҡтым, ахыры, һандан.
Бер яңғыҙым ҡалдым, бер яңғыҙым,
Дуҫтар тайған яндан.
Хаҡлыҡ менән ялған
Килә булыр
Гел бысаҡҡа-бысаҡ.
Дуҫлыҡ нимә,
Ҡосаҡлаша икән
Иҫәп менән хисап...
Ғүмер үтә,
Елдәр килеп,
Ҡарҙан арҡан үрә.
Дуҫлыҡ һиңә...
Бер табында, ана,
Түрә менән түрә.
Алыш-биреш заманаһы хәҙер,
Күңелдәрҙә — бушлыҡ.
Малым да юҡ минең,
Даным да юҡ,
Хуш, бәхил бул, дуҫлыҡ...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Быуланып та ятҡан тупраҡ, гүйә,
Асып ҡына сыҡҡан ҡамыр, ана...
Күгәрсендәй
Йөрәк гөрләгәндә,
Өмөттәрем тағы тамырлана.
Шатлығымдан йәнем атыламы,
Һауаларҙы телгән йәшен төҫлө.
Күңелемдәй һытылырға торған
Болоттар ҙа, ана, йәшел төҫлө.
Атым кешнәй,
Атым үрәпсенә
Миҙгелдәрҙец, гимен, көрҙәрендә.
Әллә ниҙәр булды,
Күңелем тулды,
Япраҡ ярам күмер көҙҙәрендә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Быуланып та ятҡан тупраҡ, гүйә,
Асып ҡына сыҡҡан ҡамыр, ана...
Күгәрсендәй
Йөрәк гөрләгәндә,
Өмөттәрем тағы тамырлана.
Шатлығымдан йәнем атыламы,
Һауаларҙы телгән йәшен төҫлө.
Күңелемдәй һытылырға торған
Болоттар ҙа, ана, йәшел төҫлө.
Атым кешнәй,
Атым үрәпсенә
Миҙгелдәрҙец, гимен, көрҙәрендә.
Әллә ниҙәр булды,
Күңелем тулды,
Япраҡ ярам күмер көҙҙәрендә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Терелә ҡуҙҙар,
Терелә утлыҡ.
Ҡайнай сәйнүгең,
Онотола юҡлыҡ.
Ел өйөрөлә,
Усаҡ һүрелә,
Усаҡ терелә.
Өмөт — бөрөлә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Терелә ҡуҙҙар,
Терелә утлыҡ.
Ҡайнай сәйнүгең,
Онотола юҡлыҡ.
Ел өйөрөлә,
Усаҡ һүрелә,
Усаҡ терелә.
Өмөт — бөрөлә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Өҙөлә шул үҙәктәрем —
Зәһәр телдәр, зәһәр көҙҙәр.
Әй, яҡында үткәндәрем —
Зәңгәр елдәр... зәңгәр күҙҙәр...
Яҙҙа ҡалам,
— Ишетегеҙ
Минең һуңғы үтенесте.
Зәңгәр елдәр...
Зәңгәр күҙҙәр...
Әй, ғүмерҙәр үкенесле.
Яна инде эскәйҙәрем,
Зәһәр билдәр, зәңгәр елдәр —
Һис ташламай төркәйҙәрен —
Шундай татлы төшкәйҙәрем...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Өҙөлә шул үҙәктәрем —
Зәһәр телдәр, зәһәр көҙҙәр.
Әй, яҡында үткәндәрем —
Зәңгәр елдәр... зәңгәр күҙҙәр...
Яҙҙа ҡалам,
— Ишетегеҙ
Минең һуңғы үтенесте.
Зәңгәр елдәр...
Зәңгәр күҙҙәр...
Әй, ғүмерҙәр үкенесле.
Яна инде эскәйҙәрем,
Зәһәр билдәр, зәңгәр елдәр —
Һис ташламай төркәйҙәрен —
Шундай татлы төшкәйҙәрем...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Тағы ла көн боҙола, тип,
Ниңә әле шыртларға.
Миҙгелдәрҙең үҙ холҡо бар,
Аҡ ҡар яуа һырттарға.
Тик тормаҫ ел уянды ла
Тотондомо һыҡтарға.
Күҙ менән ҡаш араһында
Ҡар ишелә һырттарға.
Етер инде, серем иттек,
Ҡояш инә йорттарға,
Күҙ менән ҡаш араһында
Һипкел ҡуна һырттарға.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тағы ла көн боҙола, тип,
Ниңә әле шыртларға.
Миҙгелдәрҙең үҙ холҡо бар,
Аҡ ҡар яуа һырттарға.
Тик тормаҫ ел уянды ла
Тотондомо һыҡтарға.
Күҙ менән ҡаш араһында
Ҡар ишелә һырттарға.
Етер инде, серем иттек,
Ҡояш инә йорттарға,
Күҙ менән ҡаш араһында
Һипкел ҡуна һырттарға.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ҠЫҢҒЫРАУҘАР ТАУЫШЫ
Баҫам хәҙер йылы йәйгә,
Баҫам ҡай саҡ ҡырауға.
Иңкеш ҡунғас,
Күк сәскәләр
Әйләнә ҡыңғырауға.
Ниндәй рәхәт!..
Биттәремә Һуғылды
Йәй тындары.
Тирә-яҡҡа тараламы
Был ҡыңғырау зыңдары.
Йәйҙең сыңы киттеме ни,
Тынлыҡ менән ҡауышып.
Ҡырҙа торам,
Тыуған ерҙә —
Ҡыңғырауҙар тауышы.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Баҫам хәҙер йылы йәйгә,
Баҫам ҡай саҡ ҡырауға.
Иңкеш ҡунғас,
Күк сәскәләр
Әйләнә ҡыңғырауға.
Ниндәй рәхәт!..
Биттәремә Һуғылды
Йәй тындары.
Тирә-яҡҡа тараламы
Был ҡыңғырау зыңдары.
Йәйҙең сыңы киттеме ни,
Тынлыҡ менән ҡауышып.
Ҡырҙа торам,
Тыуған ерҙә —
Ҡыңғырауҙар тауышы.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
БЕР ҺУҒЫЛАЙЫҠ
Берәүҙәр беҙгә ҡараһын:
— Бына кемдәр килә, — тип.
Икенселәр аптыраһын:
— Әллә ендәр елә, — тип.
Күкрәк киреп бер йырлайыҡ,
Яңғыратып күк илде.
Еләйексе баҫыуҙарҙан,
Бер елләтеп күңелде.
Йондоҙ яуһын
Еркәйемдең
Йәм-йәшел еләненә.
Пыр туҙып,
Бер һуғылайыҡ
Йәшлектең биләменә,
Йәшлектең биләменә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Берәүҙәр беҙгә ҡараһын:
— Бына кемдәр килә, — тип.
Икенселәр аптыраһын:
— Әллә ендәр елә, — тип.
Күкрәк киреп бер йырлайыҡ,
Яңғыратып күк илде.
Еләйексе баҫыуҙарҙан,
Бер елләтеп күңелде.
Йондоҙ яуһын
Еркәйемдең
Йәм-йәшел еләненә.
Пыр туҙып,
Бер һуғылайыҡ
Йәшлектең биләменә,
Йәшлектең биләменә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ТӨШТӘРЕМӘ НИҢӘ ИНМӘЙҺЕҢ?
Икәүләшеп йөрөгән тауҙарымды,
Яландарҙы бөгөн иңләйем.
Төштәремә бер ҙә инмәйһең шул,
Бик һағындым һине, инәйем...
Алдарымды минең ҡыйып үткән
Боландарға һине тиңләйем.
Айҙай йөҙҙәреңде күргем килә,
Бик һағындым һине, инәйем...
Ғүмер буйы һине юҡһынамын,
Һине уйлап, ерҙә йәшәйем.
Мәңгелеккә күҙҙәремде йомһам,
Инмәҫһең шул төшкә, әсәйем...
Күптән ауыр инем,
Рәхмәт яуһын,
Ир булырға тауҙар өйрәтте.
Төштәремә ниңә инмәйһең һуң,
Әсеттереп кенә йөрәкте?
Ҡара ла ғына һыуға сумған кеүек,
Төндәремә тағы инәйем,
Һағыныуҙарым баштарымдан ашҡан, more…
Икәүләшеп йөрөгән тауҙарымды,
Яландарҙы бөгөн иңләйем.
Төштәремә бер ҙә инмәйһең шул,
Бик һағындым һине, инәйем...
Алдарымды минең ҡыйып үткән
Боландарға һине тиңләйем.
Айҙай йөҙҙәреңде күргем килә,
Бик һағындым һине, инәйем...
Ғүмер буйы һине юҡһынамын,
Һине уйлап, ерҙә йәшәйем.
Мәңгелеккә күҙҙәремде йомһам,
Инмәҫһең шул төшкә, әсәйем...
Күптән ауыр инем,
Рәхмәт яуһын,
Ир булырға тауҙар өйрәтте.
Төштәремә ниңә инмәйһең һуң,
Әсеттереп кенә йөрәкте?
Ҡара ла ғына һыуға сумған кеүек,
Төндәремә тағы инәйем,
Һағыныуҙарым баштарымдан ашҡан, more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Күбәләмә шатлыҡ
Берүк сайпылмаһын.
Еле лә һуғылһын,
Минән тайпылмаһын.
Күңелдә ҡыуаныс, —
Еңелме һаҡлауы.
Бер ғүмер икән дә
Еремдән атлауы.
Ишетәм түгелме
Йөрәгем ҡағышын.
Туҡтасы,
Өтәме
Йәнемде һағышым.
Иҫемдә егеттәр, —
Осҡола утмы ни...
Хатта, тим, янымда
Ҡустылар юҡмы ни...
Еле лә торҙо ла
Тотондо һыҡтарға.
Күскәнме егеттәр
Ҡайтмаҫлыҡ һырттарға.
Ҡайҙа һуң Дамирҙар,
Ҡайҙа һуң Вәхиттәр?
Һағышҡа сорнала
Ниңә һуң бәхеттәр?
Сайҡалам,
Йәш тәме
Киләме ирендән?
...Бер ғүмер икән дә
Атлауым еремдән.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Күбәләмә шатлыҡ
Берүк сайпылмаһын.
Еле лә һуғылһын,
Минән тайпылмаһын.
Күңелдә ҡыуаныс, —
Еңелме һаҡлауы.
Бер ғүмер икән дә
Еремдән атлауы.
Ишетәм түгелме
Йөрәгем ҡағышын.
Туҡтасы,
Өтәме
Йәнемде һағышым.
Иҫемдә егеттәр, —
Осҡола утмы ни...
Хатта, тим, янымда
Ҡустылар юҡмы ни...
Еле лә торҙо ла
Тотондо һыҡтарға.
Күскәнме егеттәр
Ҡайтмаҫлыҡ һырттарға.
Ҡайҙа һуң Дамирҙар,
Ҡайҙа һуң Вәхиттәр?
Һағышҡа сорнала
Ниңә һуң бәхеттәр?
Сайҡалам,
Йәш тәме
Киләме ирендән?
...Бер ғүмер икән дә
Атлауым еремдән.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ШИШМӘ ТАУЫШЫ
Көн тыуғас, ҡуҙғалам,
Ҡуймайым, тип, һуңлап.
Шишмәмә киләмен,
Алдарымда һуҡмаҡ.
Бәрелһә ел тағы,
Ҡулың менән ишмә.
Ҡолаҡ һал йырына:
Сыңлай икән шишмә.
Киләмен гел сарсап,
Һыуҙарын эсмәгә.
Башҡаға баш эймә,
Эйел һин шишмәгә.
Тыңласы йырын һин—
Күңелгә хуш инде.
Ҡолаҡ һал:
Сутылдай,
Торғаны ҡош инде.
Дауылдың өнө юҡ,
Бар йыһан тыңлаймы:
Ишетәм, алыҫта
Ҡылыстар сыңлаймы?
Уй етмәҫ киңлекме,
Буй етмәҫ түбәме?
Сутылдай —
Йәш егет Һөйгәнен үбәме?
Шатлығын был шишмә
Әйтергә ҡырлаймы?
Өҙҙөрә үҙәкте,
Турғайҙар сырлаймы?
Сыңлатып көләһең, more…
Көн тыуғас, ҡуҙғалам,
Ҡуймайым, тип, һуңлап.
Шишмәмә киләмен,
Алдарымда һуҡмаҡ.
Бәрелһә ел тағы,
Ҡулың менән ишмә.
Ҡолаҡ һал йырына:
Сыңлай икән шишмә.
Киләмен гел сарсап,
Һыуҙарын эсмәгә.
Башҡаға баш эймә,
Эйел һин шишмәгә.
Тыңласы йырын һин—
Күңелгә хуш инде.
Ҡолаҡ һал:
Сутылдай,
Торғаны ҡош инде.
Дауылдың өнө юҡ,
Бар йыһан тыңлаймы:
Ишетәм, алыҫта
Ҡылыстар сыңлаймы?
Уй етмәҫ киңлекме,
Буй етмәҫ түбәме?
Сутылдай —
Йәш егет Һөйгәнен үбәме?
Шатлығын был шишмә
Әйтергә ҡырлаймы?
Өҙҙөрә үҙәкте,
Турғайҙар сырлаймы?
Сыңлатып көләһең, more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
* * *
Ғүмер үтмәй тиеп йөрөгәнмен,
Таңдар атҡан саҡта күгелйем.
Йәшлегемдең һуҡмаҡтары ҡалған
Алһыу офоҡтарға күмелеп.
Йәшлек һуҡмағына һуғылам тип,
Күк һырттарҙың үттем бейеген.
Гүйә, кисә
Бынан елә инем,
Хәтерләтеп тауҙар кейеген.
Йылдар елә,
Дауылдар ҙа баҫа,
Сабырлығым ҡала саҡ һынмай.
Ситлегендә тулар кейек төҫлө,
Был йөрәгемме ни сапсынмай?
Сама ауыҙлығын сәйнәп өҙәм,
Эскенәйем яна гел көйрәп.
Ҡайҙа ғына барып һөйәләйем,
Ҡуҙғалды бит тағы был йөрәк..
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Ғүмер үтмәй тиеп йөрөгәнмен,
Таңдар атҡан саҡта күгелйем.
Йәшлегемдең һуҡмаҡтары ҡалған
Алһыу офоҡтарға күмелеп.
Йәшлек һуҡмағына һуғылам тип,
Күк һырттарҙың үттем бейеген.
Гүйә, кисә
Бынан елә инем,
Хәтерләтеп тауҙар кейеген.
Йылдар елә,
Дауылдар ҙа баҫа,
Сабырлығым ҡала саҡ һынмай.
Ситлегендә тулар кейек төҫлө,
Был йөрәгемме ни сапсынмай?
Сама ауыҙлығын сәйнәп өҙәм,
Эскенәйем яна гел көйрәп.
Ҡайҙа ғына барып һөйәләйем,
Ҡуҙғалды бит тағы был йөрәк..
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
БӘПЕМБӘЛӘР
Бәпембәләр,
Йәшел ҡыяҡ булып
Яҙҙарыма килеп баҫҡайны.
Һары һағышынан һарғайҙы ла
Салланды ла ҡуйҙы башҡайы.
Әй ғүмерҙәр,
Йәшел туғайҙарҙан
Елмәйем дә хәҙер ат кеүек.
Бәпембәләр таша,
Гүйә, улар —
Ваҡыт даръяһында аҡ күбек.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Бәпембәләр,
Йәшел ҡыяҡ булып
Яҙҙарыма килеп баҫҡайны.
Һары һағышынан һарғайҙы ла
Салланды ла ҡуйҙы башҡайы.
Әй ғүмерҙәр,
Йәшел туғайҙарҙан
Елмәйем дә хәҙер ат кеүек.
Бәпембәләр таша,
Гүйә, улар —
Ваҡыт даръяһында аҡ күбек.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ТЫУЫР КӨНДӘРЕМӘ ҠУҘҒАЛАМ
Халыҡ яҙыусыһы Ногман Мусинға
Оҙон юлдар үткәс,
Алһыу ҡояш
Тауҙарыма һалды эйәген.
Ҡыйылып та киткән ҡыйғас һырттар,
Шунда ята ирҙәр һөйәге.
Тыуған яҡтарымды күрһен ине:
Офоҡтарым минең — киң йәйә.
Сикһеҙ далаларҙа тын тарая,
Урмандарға керһәм — киңәйә.
«Ай-Һай» ғына тиеп бер ҡысҡырҙым,
Һайрар ҡоштар ҡапыл һағайҙы.
Әллә ниңә урмандарға керһәм,
Һағынамын Ноғман ағайҙы.
Көтөп алам инде көндәремдең
Тәртәләргә һыймаҫ көрҙәрен.
Ҡоро тарамышҡа ҡалған урман, —
Килеп сыҡһа икән көҙҙәрен.
Күрһен ине моңһоу аҡланымды —
Елдәр ҡағып торған юрғанды. more…
Халыҡ яҙыусыһы Ногман Мусинға
Оҙон юлдар үткәс,
Алһыу ҡояш
Тауҙарыма һалды эйәген.
Ҡыйылып та киткән ҡыйғас һырттар,
Шунда ята ирҙәр һөйәге.
Тыуған яҡтарымды күрһен ине:
Офоҡтарым минең — киң йәйә.
Сикһеҙ далаларҙа тын тарая,
Урмандарға керһәм — киңәйә.
«Ай-Һай» ғына тиеп бер ҡысҡырҙым,
Һайрар ҡоштар ҡапыл һағайҙы.
Әллә ниңә урмандарға керһәм,
Һағынамын Ноғман ағайҙы.
Көтөп алам инде көндәремдең
Тәртәләргә һыймаҫ көрҙәрен.
Ҡоро тарамышҡа ҡалған урман, —
Килеп сыҡһа икән көҙҙәрен.
Күрһен ине моңһоу аҡланымды —
Елдәр ҡағып торған юрғанды. more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ЯМҒЫР МЕНӘН ЙӘШЕН
(шәлкем )
1
Йылтыр йылан һымаҡ,
Йәшен үтә
Болоттарҙың йырып шырттарын.
Көн тигәнең бөгөн әллә нисек,
Ҡабартамы әллә һырттарын.
Әй, йәшендәр,
Йәнде ҡуҙғаттығыҙ,
Болоттарҙың йырып ауын һеҙ.
Ямғыр яуыр, тиеп, алданғанмын,
Тороп ҡалдым тағы яуынһыҙ.
Ҡуйы болот төҫлө тулышҡанмын,
Ҡанаттарым тағы ялбырлай.
Тыуған ерҙән күпме үткәнмен мин,
Йәшнәмәйсә яуған ямғырҙай.
2
Хәтһеҙ йылдар үткән,
Бер ҡайғыһыҙ
Йәшәнемме ерҙә бойоҡмай?
Мәле менән шундай ҡабарғанмын,
Һытылырға торған болоттай.
Асыҡ ҡалған күктә
Тулған айың
һарғайып та бешкән ҡауындай. more…
(шәлкем )
1
Йылтыр йылан һымаҡ,
Йәшен үтә
Болоттарҙың йырып шырттарын.
Көн тигәнең бөгөн әллә нисек,
Ҡабартамы әллә һырттарын.
Әй, йәшендәр,
Йәнде ҡуҙғаттығыҙ,
Болоттарҙың йырып ауын һеҙ.
Ямғыр яуыр, тиеп, алданғанмын,
Тороп ҡалдым тағы яуынһыҙ.
Ҡуйы болот төҫлө тулышҡанмын,
Ҡанаттарым тағы ялбырлай.
Тыуған ерҙән күпме үткәнмен мин,
Йәшнәмәйсә яуған ямғырҙай.
2
Хәтһеҙ йылдар үткән,
Бер ҡайғыһыҙ
Йәшәнемме ерҙә бойоҡмай?
Мәле менән шундай ҡабарғанмын,
Һытылырға торған болоттай.
Асыҡ ҡалған күктә
Тулған айың
һарғайып та бешкән ҡауындай. more…
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ОЯТ АЛДЫНДА
Һабаҡташым Әхмәт Сөләймәновҡа
Был донъяла
Беҙҙең күргәндәрҙе
Күрмәһендәр инде башҡалар.
Кемгә тартым —
Гелән генә артын
Ҡуйҙы инде беҙгә батшалар.
Бала саҡтар алыҫтарҙа ҡалды,
Ер һепереп үткән ҡамғаҡтай.
Ә берәүҙәр йәшәй бирҙе һаман,
Һөт өҫтөндә йөҙгән ҡаймаҡтай.
Ярты Ер шарын беҙ һепереп үттек,
Туҙандарға сумдыҡ үҙебеҙ.
Әҙәм ҡарағыһыҙ бәндә булдыҡ,
Тик ялтырап тора күҙебеҙ.
Һауа менән ер бәрелде һымаҡ,
Сайҡалғанда ваҡыт ялында.
Йәшәнем мин илдә гел мән белеп,
Битем йыуҙым оят алдында.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Һабаҡташым Әхмәт Сөләймәновҡа
Был донъяла
Беҙҙең күргәндәрҙе
Күрмәһендәр инде башҡалар.
Кемгә тартым —
Гелән генә артын
Ҡуйҙы инде беҙгә батшалар.
Бала саҡтар алыҫтарҙа ҡалды,
Ер һепереп үткән ҡамғаҡтай.
Ә берәүҙәр йәшәй бирҙе һаман,
Һөт өҫтөндә йөҙгән ҡаймаҡтай.
Ярты Ер шарын беҙ һепереп үттек,
Туҙандарға сумдыҡ үҙебеҙ.
Әҙәм ҡарағыһыҙ бәндә булдыҡ,
Тик ялтырап тора күҙебеҙ.
Һауа менән ер бәрелде һымаҡ,
Сайҡалғанда ваҡыт ялында.
Йәшәнем мин илдә гел мән белеп,
Битем йыуҙым оят алдында.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Тимер Йосопов (шиғырҙар)
community-post.html
ТӨШ
Яландарҙа үлем көтөп ятам,
Кипкән икән, кипкән тамағым.
Баш осомда
Кем һуң шыңшый тиһәм,
Ел һалдыра икән һамағын.
Үлем көтәм...
Ана, эңер төшә,
Баш осомда ҡалған эйәрем.
Китеп барһам,
Ейән илар инде,
Бигерәк тә үҙе көйәрем.
Көйрәйме ни,
Ҡалмағайы, тимен,
Бәләләргә, ана, ай тарып.
Яланымда ярыламын, ахыры,
Илгә килгән яуҙыҡайтарып.
Эйәктәрҙе атып һөйләшмәнек,
Э шулайҙа ерҙә әребеҙ.
Тарттыҡ инде яндар,
Түктек ҡандар,
Көл булмаһын, тиеп, еребеҙ.
Өшөйөм дә,
Тәнгә йән инде бит,
Яланымдың йылы устары.
Ҡолойҙарҙың ҡотон алғандарҙың
Ерҙә ҡала нәҫел остары.
Тын тарая, more…
Яландарҙа үлем көтөп ятам,
Кипкән икән, кипкән тамағым.
Баш осомда
Кем һуң шыңшый тиһәм,
Ел һалдыра икән һамағын.
Үлем көтәм...
Ана, эңер төшә,
Баш осомда ҡалған эйәрем.
Китеп барһам,
Ейән илар инде,
Бигерәк тә үҙе көйәрем.
Көйрәйме ни,
Ҡалмағайы, тимен,
Бәләләргә, ана, ай тарып.
Яланымда ярыламын, ахыры,
Илгә килгән яуҙыҡайтарып.
Эйәктәрҙе атып һөйләшмәнек,
Э шулайҙа ерҙә әребеҙ.
Тарттыҡ инде яндар,
Түктек ҡандар,
Көл булмаһын, тиеп, еребеҙ.
Өшөйөм дә,
Тәнгә йән инде бит,
Яланымдың йылы устары.
Ҡолойҙарҙың ҡотон алғандарҙың
Ерҙә ҡала нәҫел остары.
Тын тарая, more…
Ошибка загрузки страницы. Повторная попытка через 5 сек.