ҮКЕНЕС Атыламын фатирымдан — Был түҙемлек ҡабынан. Әсәкәйем иҫкә төштө, Ялҡындарға ҡабынам. Күңелемдә
Unsubscribe from irrelevant news
To unsubscribe from another user's news, click the settings icon in this post and select the necessary option.
Все
Guestbook
More
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ҺИН ЯНЫМДА
I
Самаларҙан ашты самаларым
Һин янымда булған сағымда.
Йәш ҡарағай һикереп-һикереп бейей
Бейек түбәләрҙең салында,
Һин янымда булған сағымда.
Үрҙәр тулай,
Гүйә өҫкә ҡолай,
Көлөп кенә килгән йәйемдә,
Өҙә баҫып,
Ҡаяларым ҡалҡа, һин янымда булған мәлемдә.
Самаларҙан ашты самаларым,
Ҡоласымды кирәм сағылда.
Йондоҙҙарҙың тәлгәштәрен тирәм,
Һин янымда булған сағымда.
Йыр йырлайым,
Һауаларға ашам,
Йәйем тулағанда йәнемдә.
Ҡояшыма башым терәйем мин,
Һин янымда булған мәлемдә.
II
Түгелеп тә беште ер еләге,
Ер еләккәйенән күҙ алмам.
Яндарымда ғына йөрөйһөң һин, more…
I
Самаларҙан ашты самаларым
Һин янымда булған сағымда.
Йәш ҡарағай һикереп-һикереп бейей
Бейек түбәләрҙең салында,
Һин янымда булған сағымда.
Үрҙәр тулай,
Гүйә өҫкә ҡолай,
Көлөп кенә килгән йәйемдә,
Өҙә баҫып,
Ҡаяларым ҡалҡа, һин янымда булған мәлемдә.
Самаларҙан ашты самаларым,
Ҡоласымды кирәм сағылда.
Йондоҙҙарҙың тәлгәштәрен тирәм,
Һин янымда булған сағымда.
Йыр йырлайым,
Һауаларға ашам,
Йәйем тулағанда йәнемдә.
Ҡояшыма башым терәйем мин,
Һин янымда булған мәлемдә.
II
Түгелеп тә беште ер еләге,
Ер еләккәйенән күҙ алмам.
Яндарымда ғына йөрөйһөң һин, more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ысҡыра урамда бер малай,
Итәге-еңенән һыу аға.
Әйтерһең,
Кемдәрҙер малайҙы,
Аҡыртып, ултырта быуаға.
Эшһеҙлек.
Эс боша.
Урамда
Тыңлайым дауылдың телмәрен.
Әй, ҡала балаһы белмәй шул
Башаҡтың, үләндең телдәрен.
Ишетмәй һуҡмаҡтан барғанда
Елдәрҙең:
«Кит», — тигән бойороғон.
Күрмәй ул
Умыра тешләүен
Аҡ таңдың ҡара төн ҡойроғон.
Эшһеҙлек — яңғыҙы ҡысҡыра,
Һуҡмаҡҡа йып-йылы быу аға.
Әйтерһең, кемдәрҙер, аҡыртып,
Малайҙы ултырта быуаға.
1993
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Итәге-еңенән һыу аға.
Әйтерһең,
Кемдәрҙер малайҙы,
Аҡыртып, ултырта быуаға.
Эшһеҙлек.
Эс боша.
Урамда
Тыңлайым дауылдың телмәрен.
Әй, ҡала балаһы белмәй шул
Башаҡтың, үләндең телдәрен.
Ишетмәй һуҡмаҡтан барғанда
Елдәрҙең:
«Кит», — тигән бойороғон.
Күрмәй ул
Умыра тешләүен
Аҡ таңдың ҡара төн ҡойроғон.
Эшһеҙлек — яңғыҙы ҡысҡыра,
Һуҡмаҡҡа йып-йылы быу аға.
Әйтерһең, кемдәрҙер, аҡыртып,
Малайҙы ултырта быуаға.
1993
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ХЫЯЛЫМ - ЮРТАҠ
Әсе һағышым
Кем менән уртаҡ?
Сапты ла китте
Хыялым — юртаҡ.
Үткәнеңә ҡайт
Тик елеп кенә:
Юртаҡ хужаһы
Бер егет кенә.
Йондоҙҙар яуа
Туҙған ялына,
Туҡтай бер ҡыҙҙың
Йорто янына.
Еле лә тынған,
Тәҙрә ҡаҡманы.
Туҡта, ҡыҙ сыға
Асып ҡапҡаны.
Башы осонда
Таныш ураҡмы?
Ҡыҙҙың күҙҙәре
Һағышлыраҡмы?
Ҡабынып китте
Ялтыр йәштәре.
Бары ай өтә
Ялбыр сәстәрен.
Бармаҡтарына
Шәл суғын урай.
Һаман да миңә
Тик бәхет юрай.
Хәлем самалы,
Хәлде һорама,
Бәхет инең бит,
Бәхет юрама...
Үткер ел ҡалҡып,
Ҡыуа бәргеләп.
Янда ҡалмаған,
Киткән йәргенәм. more…
Әсе һағышым
Кем менән уртаҡ?
Сапты ла китте
Хыялым — юртаҡ.
Үткәнеңә ҡайт
Тик елеп кенә:
Юртаҡ хужаһы
Бер егет кенә.
Йондоҙҙар яуа
Туҙған ялына,
Туҡтай бер ҡыҙҙың
Йорто янына.
Еле лә тынған,
Тәҙрә ҡаҡманы.
Туҡта, ҡыҙ сыға
Асып ҡапҡаны.
Башы осонда
Таныш ураҡмы?
Ҡыҙҙың күҙҙәре
Һағышлыраҡмы?
Ҡабынып китте
Ялтыр йәштәре.
Бары ай өтә
Ялбыр сәстәрен.
Бармаҡтарына
Шәл суғын урай.
Һаман да миңә
Тик бәхет юрай.
Хәлем самалы,
Хәлде һорама,
Бәхет инең бит,
Бәхет юрама...
Үткер ел ҡалҡып,
Ҡыуа бәргеләп.
Янда ҡалмаған,
Киткән йәргенәм. more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
МӨХӨТДИН ТАЖИ АҒАЙ ИҪТӘЛЕГЕНӘ
Үтә һәйбәт түгел көндәр,
Түгел бит артыҡ хөрт тә.
Әйтте ағай:
— Юлға сыҡ һин,
Ҡайнар йәштәрең һөрт тә...
...Ғүмер тигән артылыштан
Төштө инде һаҡ шылып.
Онотолмай хәтәр мәлдәр,
Ҡалған унан яҡшылыҡ.
Утыҙ ете...
Балҡып күктә,
Йондоҙҙай атылманы.
Дуҫтарын да һатманы ул,
Үҙе лә һатылманы.
Ҡара ҡоҙғон булып осҡан
Баш осонан ялыуҙар...
Еңелме ни тоҡаныуҙар,
Үҙең булып ҡалыуҙар?
Уҙған ғүмер...
Балҡып күктә,
Йондоҙҙай атылманы.
Дуҫтарын да һатманы ул,
Үҙе лә һатылманы.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Үтә һәйбәт түгел көндәр,
Түгел бит артыҡ хөрт тә.
Әйтте ағай:
— Юлға сыҡ һин,
Ҡайнар йәштәрең һөрт тә...
...Ғүмер тигән артылыштан
Төштө инде һаҡ шылып.
Онотолмай хәтәр мәлдәр,
Ҡалған унан яҡшылыҡ.
Утыҙ ете...
Балҡып күктә,
Йондоҙҙай атылманы.
Дуҫтарын да һатманы ул,
Үҙе лә һатылманы.
Ҡара ҡоҙғон булып осҡан
Баш осонан ялыуҙар...
Еңелме ни тоҡаныуҙар,
Үҙең булып ҡалыуҙар?
Уҙған ғүмер...
Балҡып күктә,
Йондоҙҙай атылманы.
Дуҫтарын да һатманы ул,
Үҙе лә һатылманы.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
КӨЛТӘ
Бала саҡтың үҙәнендә,
Яр буйында,
Ҡыҙған таш.
Ҡар(ы)шыма атлап килә,
Атлап килә туҙған баш.
Әллә, тимен, бер һыҙғырып,
Яндарынан үтәһе.
Сәсе һары көлтәме ни,
Әллә нурҙар көлтәһе.
Гүйә шул саҡ,
Елдәр булып,
Утҡа ҡағылдым инде.
Ҡапыл нурҙар көлтәһенән
Дөрләп ҡабындым инде.
Эстән генә:
«Йөр(ө)мә, — тинем, —
Ялҡыныңды ары сәс».
Өндәшмәйсә
Яндарымдан
Китеп барҙы һары сәс.
...Һаман ҡояш ҡайнар икән,
Яр буйында ҡыҙған таш.
Нур көлтәһе килеп сыҡмай,
Килеп сыҡмай туҙған баш.
Көҙҙәремдә
Бала саҡҡа
Юлдар алаһы ине.
Һары көлтәгә ҡағылып,
Дөрләп янаһы ине. more…
Бала саҡтың үҙәнендә,
Яр буйында,
Ҡыҙған таш.
Ҡар(ы)шыма атлап килә,
Атлап килә туҙған баш.
Әллә, тимен, бер һыҙғырып,
Яндарынан үтәһе.
Сәсе һары көлтәме ни,
Әллә нурҙар көлтәһе.
Гүйә шул саҡ,
Елдәр булып,
Утҡа ҡағылдым инде.
Ҡапыл нурҙар көлтәһенән
Дөрләп ҡабындым инде.
Эстән генә:
«Йөр(ө)мә, — тинем, —
Ялҡыныңды ары сәс».
Өндәшмәйсә
Яндарымдан
Китеп барҙы һары сәс.
...Һаман ҡояш ҡайнар икән,
Яр буйында ҡыҙған таш.
Нур көлтәһе килеп сыҡмай,
Килеп сыҡмай туҙған баш.
Көҙҙәремдә
Бала саҡҡа
Юлдар алаһы ине.
Һары көлтәгә ҡағылып,
Дөрләп янаһы ине. more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ТАБЫН ТАРАЛҒАС
Шау-шыуҙарҙан хәҙер биҙҙем инде,
Шау-шыуҙарҙан әле алйыным.
Кеше айныҡ саҡта, моңһоу инем,
Кеше иҫергәндә, айныным...
Ҡунаҡтарым инде таралышты,
Рәхмәттәре ашты күктәргә.
Мин ҡыҙмаса һөйөү һүҙен әйттем,
Һөйөү һүҙен әйттем күптәргә.
Табын тынды,
Дауыл һынды инде,
Керпегемде йәшем өткәндә,
Әллә инде моңһоу кистә бөгөн
Уйым ҡайта минең үткәнгә.
Әсәкәйем, һине иҫкә алдым,
Күҙ алдында тутыҡ йөҙҙәрең.
Ваҡытында рәхмәт әйттем микән,
Әйттем микән рәхмәт һүҙҙәрен?
Шәфәҡ кенә булып ҡалҡайым да,
Таңдар ғына булып атайым.
Ҡәбереңә килеп
Рәхмәт әйтәм, more…
Шау-шыуҙарҙан хәҙер биҙҙем инде,
Шау-шыуҙарҙан әле алйыным.
Кеше айныҡ саҡта, моңһоу инем,
Кеше иҫергәндә, айныным...
Ҡунаҡтарым инде таралышты,
Рәхмәттәре ашты күктәргә.
Мин ҡыҙмаса һөйөү һүҙен әйттем,
Һөйөү һүҙен әйттем күптәргә.
Табын тынды,
Дауыл һынды инде,
Керпегемде йәшем өткәндә,
Әллә инде моңһоу кистә бөгөн
Уйым ҡайта минең үткәнгә.
Әсәкәйем, һине иҫкә алдым,
Күҙ алдында тутыҡ йөҙҙәрең.
Ваҡытында рәхмәт әйттем микән,
Әйттем микән рәхмәт һүҙҙәрен?
Шәфәҡ кенә булып ҡалҡайым да,
Таңдар ғына булып атайым.
Ҡәбереңә килеп
Рәхмәт әйтәм, more…
Булат Юсупов
wrote
status.html
ҮКЕНЕС
Атыламын фатирымдан —
Был түҙемлек ҡабынан.
Әсәкәйем иҫкә төштө,
Ялҡындарға ҡабынам.
Күңелемдә — үкенесем:
Ҡояш ҡалҡмай — көн яман.
Әсәйемде генә күрмәй
Ҡуҙғалырмын донъянан.
1992
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Атыламын фатирымдан —
Был түҙемлек ҡабынан.
Әсәкәйем иҫкә төштө,
Ялҡындарға ҡабынам.
Күңелемдә — үкенесем:
Ҡояш ҡалҡмай — көн яман.
Әсәйемде генә күрмәй
Ҡуҙғалырмын донъянан.
1992
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ШЫРШЫ
Муса агай Ғәлиҙең яҡты иҫтәлегенә
Йәшел шыршы тора икән
Ҙур урман ситтәрендә.
Ҡалған саҡтары булды шул
Түҙемлек сиктәрендә.
Дауылдар килеп бәрелә,
Уң-Һулға ҡарамайҙар,
Шыршы янында ҡалҡына
Йәш кенә ҡарағайҙар.
Тик изгегә булһын инде
Юраған юрауҙары.
Шыршы иңенә төштө шул
Аяуһыҙ ҡырауҙары.
Йәшел шыршыға бәрелде
Хәүефтең борсаҡтары.
Шыршы тора,
Әсе елгә
Асыла ҡосаҡтары.
Иңенә йөкмәп йылдарҙы,
Елдәр ҡупһа, талпына.
Күҙ теймәһен:
Эргәһендә
Ҡарағайҙар ҡалҡына.
Йылдар төштө иңдәренә,
Ботаҡтарын ҡайырҙы.
Тик торғанда
Сабыр шыршы
Хәтерләтте шағирҙы.
Тимер Йосопов more…
Муса агай Ғәлиҙең яҡты иҫтәлегенә
Йәшел шыршы тора икән
Ҙур урман ситтәрендә.
Ҡалған саҡтары булды шул
Түҙемлек сиктәрендә.
Дауылдар килеп бәрелә,
Уң-Һулға ҡарамайҙар,
Шыршы янында ҡалҡына
Йәш кенә ҡарағайҙар.
Тик изгегә булһын инде
Юраған юрауҙары.
Шыршы иңенә төштө шул
Аяуһыҙ ҡырауҙары.
Йәшел шыршыға бәрелде
Хәүефтең борсаҡтары.
Шыршы тора,
Әсе елгә
Асыла ҡосаҡтары.
Иңенә йөкмәп йылдарҙы,
Елдәр ҡупһа, талпына.
Күҙ теймәһен:
Эргәһендә
Ҡарағайҙар ҡалҡына.
Йылдар төштө иңдәренә,
Ботаҡтарын ҡайырҙы.
Тик торғанда
Сабыр шыршы
Хәтерләтте шағирҙы.
Тимер Йосопов more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
САБЫЙҘАР
Ҡанат тиерһең —
Туҙа салғыйҙар.
Урам тултырып
Саба сабыйҙар.
Ниндәй ҙур ғаләм
Һыя ҡоласҡа.
Тауышы етә
Яҡын ҡояшҡа.
Үргә ҡалҡынып
Күҙҙән юғала.
Яҡты офоҡҡа
Әллә юл ала?
Сапҡан елдәрҙе
Гел уҙа улар,
Урам тултырып
Пыр туҙа улар.
Ел ҡайырмаған
Салғыймы ни ул.
Донъя ла балҡый,
Сабыймы ни ул.
Яраны елдәр
Ямамай һымаҡ.
Күкте болоттар
Ҡамамай һымаҡ.
Шатлыҡ йәшебеҙ
Күҙҙән эркелә.
Сабыйҙар уйнай,
Сабыйҙар көлә.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Ҡанат тиерһең —
Туҙа салғыйҙар.
Урам тултырып
Саба сабыйҙар.
Ниндәй ҙур ғаләм
Һыя ҡоласҡа.
Тауышы етә
Яҡын ҡояшҡа.
Үргә ҡалҡынып
Күҙҙән юғала.
Яҡты офоҡҡа
Әллә юл ала?
Сапҡан елдәрҙе
Гел уҙа улар,
Урам тултырып
Пыр туҙа улар.
Ел ҡайырмаған
Салғыймы ни ул.
Донъя ла балҡый,
Сабыймы ни ул.
Яраны елдәр
Ямамай һымаҡ.
Күкте болоттар
Ҡамамай һымаҡ.
Шатлыҡ йәшебеҙ
Күҙҙән эркелә.
Сабыйҙар уйнай,
Сабыйҙар көлә.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ҺҮҘ БИРӘМ
Әй һарғая япраҡтарым,
Ҡайырыла ботаҡтарым.
Әүәлгесә эңер төшә,
Ҡарпайтып ҡолаҡтарын.
Ҡайтып төштөм,
Тыуған ерҙән
Юлдар беҙҙе айырған.
Ауылымды танып булмай,
Холоҡ тәртәһен ҡайырған.
Утың һүнһә,
Күршеңдән
Ҡуҙ алыуҙар ҡайҙа ул!
Телевизор алдарынан
Ҡуҙғалыуҙар ҡайҙа ул!
Йырҙар йырлап,
Урамдарға
Йәм биреүҙәр ҡайҙа ул!
Йүгереп инеп йортона
Хәл белеүҙәр ҡайҙа ул!
Урамдарҙан сөкөрләшеп
Бер уҙыуҙар ҡайҙа ул!
Ҡырыҫландыҡ,
Бер гөрләшеп
Ултырыуҙар ҡайҙа ул!
Һары елдәр һарыламы
Еремә, төбәгемә,
Атайымдың, әсәйемдең
Мәңгелек төйәгенә?
Һүҙегеҙҙе тыңламаған more…
Әй һарғая япраҡтарым,
Ҡайырыла ботаҡтарым.
Әүәлгесә эңер төшә,
Ҡарпайтып ҡолаҡтарын.
Ҡайтып төштөм,
Тыуған ерҙән
Юлдар беҙҙе айырған.
Ауылымды танып булмай,
Холоҡ тәртәһен ҡайырған.
Утың һүнһә,
Күршеңдән
Ҡуҙ алыуҙар ҡайҙа ул!
Телевизор алдарынан
Ҡуҙғалыуҙар ҡайҙа ул!
Йырҙар йырлап,
Урамдарға
Йәм биреүҙәр ҡайҙа ул!
Йүгереп инеп йортона
Хәл белеүҙәр ҡайҙа ул!
Урамдарҙан сөкөрләшеп
Бер уҙыуҙар ҡайҙа ул!
Ҡырыҫландыҡ,
Бер гөрләшеп
Ултырыуҙар ҡайҙа ул!
Һары елдәр һарыламы
Еремә, төбәгемә,
Атайымдың, әсәйемдең
Мәңгелек төйәгенә?
Һүҙегеҙҙе тыңламаған more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
АҒЫП БАРАМ
Китәм инде,
Хуш булығыҙ,
Мин аунаған үрҙәрем.
Иңендә йәшен уйнатҡан
Тыуып үҫкән ерҙәрем.
Атам-әсәм ҡәберҙәрен
Ҡосаҡлап илай-илай,
Һағыштарым баҫылһын тип,
Ҡырҙарҙа тулай-тулай,
Илемдән сығып киткәнмен,
Киткәнмен юлдар аша,
Үткәнмен йылдар аша.
Ялт-йолт килеп,
Миҙгелдәр ҙә
Артта тороп ҡалалар.
Ҡом өҫтөндәге балыҡтай,
Тулайым мин ҡалала.
Ваҡыт бурандары зыңлай,
Хәҙер мин үҙ йәшемдә.
Сарсайым шул,
Шишмәләре
Сылтырай йәнәшемдә.
Ҡайтырмын, тип киткәйнем дә
Тыуып үҫкән ерҙәрҙән,
Бер йырылып сыға алмайым
Күк яҙҙарҙан, көҙҙәрҙән.
Ынтылһам да,
Етеп булмай more…
Китәм инде,
Хуш булығыҙ,
Мин аунаған үрҙәрем.
Иңендә йәшен уйнатҡан
Тыуып үҫкән ерҙәрем.
Атам-әсәм ҡәберҙәрен
Ҡосаҡлап илай-илай,
Һағыштарым баҫылһын тип,
Ҡырҙарҙа тулай-тулай,
Илемдән сығып киткәнмен,
Киткәнмен юлдар аша,
Үткәнмен йылдар аша.
Ялт-йолт килеп,
Миҙгелдәр ҙә
Артта тороп ҡалалар.
Ҡом өҫтөндәге балыҡтай,
Тулайым мин ҡалала.
Ваҡыт бурандары зыңлай,
Хәҙер мин үҙ йәшемдә.
Сарсайым шул,
Шишмәләре
Сылтырай йәнәшемдә.
Ҡайтырмын, тип киткәйнем дә
Тыуып үҫкән ерҙәрҙән,
Бер йырылып сыға алмайым
Күк яҙҙарҙан, көҙҙәрҙән.
Ынтылһам да,
Етеп булмай more…
Булат Юсупов
wrote
status.html
* * *
Әсе йәшем ағып китә
Йөҙөмдәге һырҙарҙан.
Ҡайһы саҡта бәлә көтәм,
Дан көтмәйем йырҙарҙан.
Һис ваҡытта һатыу итмәм
Булмаған даным менән.
Ҡара менән йыр яҙманым,
Йыр яҙҙым ҡаным менән.
1994
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Әсе йәшем ағып китә
Йөҙөмдәге һырҙарҙан.
Ҡайһы саҡта бәлә көтәм,
Дан көтмәйем йырҙарҙан.
Һис ваҡытта һатыу итмәм
Булмаған даным менән.
Ҡара менән йыр яҙманым,
Йыр яҙҙым ҡаным менән.
1994
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
КҮҘЕГЕҘГӘ НИСЕК ҠАРАЙЫМ?
I
Быуат үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Юлығыҙҙа һеҙҙе әҙәп әйҙәр.
Ҡарт һалдаттар,
Ҡылған сәсегеҙҙе
Һыйпап үткән аҙмы нәжәғәйҙәр?
Быуат үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Үткәнегеҙ хәтәр ара икән.
Күптән тынған һуғыш күкрәүҙәре
Ҡолаҡтарҙы һаман яра икән.
Йылдар үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Ярты быуат яуҙар уҙғанына.
Хәйерле юл, тимен,
Баштарығыҙ
Күмелгәндә ҡояш туҙанына...
Таңы атты...
Инде ҡояштың да
Ҡалҡыныр ҙа тауға бағыр сағы...
Ҡарт һалдаттан башҡа,
Әйтегеҙсе,
Бармы икән берәй баҫымсағы...
Үлем сығырмы һуң,
Әллә йәшәү,
Яҙмыш тигәндәре хәтәр йәтәс...
Һеҙгә ҡолаҡ һалмай, more…
I
Быуат үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Юлығыҙҙа һеҙҙе әҙәп әйҙәр.
Ҡарт һалдаттар,
Ҡылған сәсегеҙҙе
Һыйпап үткән аҙмы нәжәғәйҙәр?
Быуат үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Үткәнегеҙ хәтәр ара икән.
Күптән тынған һуғыш күкрәүҙәре
Ҡолаҡтарҙы һаман яра икән.
Йылдар үрҙәренә ҡалҡаһығыҙ,
Ярты быуат яуҙар уҙғанына.
Хәйерле юл, тимен,
Баштарығыҙ
Күмелгәндә ҡояш туҙанына...
Таңы атты...
Инде ҡояштың да
Ҡалҡыныр ҙа тауға бағыр сағы...
Ҡарт һалдаттан башҡа,
Әйтегеҙсе,
Бармы икән берәй баҫымсағы...
Үлем сығырмы һуң,
Әллә йәшәү,
Яҙмыш тигәндәре хәтәр йәтәс...
Һеҙгә ҡолаҡ һалмай, more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
СИҒАН ҠЫҘЫ
Һылыулығына таң ҡалдым,
Бирештем арбауына.
Алһа, китеп барыр инем,
Ултырып арбаһына.
Бер ҡарамай китер инем,
Бынан алып башымды.
Йәшендәре башланды ла
Дауыл ғына баҫылды.
Хыялдарым да аҙашҡан,
Миҙгелдәрҙең көрөндә.
Китһәм — киттем,
Күптән инде
Үҙем сиған көнөндә.
Миңә бәхет юрамаһын,
Бәхетем баштан ашҡас,
Көйөктәре генә ҡалды,
Туҡтамайынса ташҡас...
Мөхәббәтең тоғро, тине,
Балдар тама теленән.
Беләм инде:
Ирҙәр һынды
Хыянаттың еленән.
— Алыҫ китерһең ултырып,
Яҙмышың арбаһына.
— Дөрөҫөн әйт:
Юл төшмәйме
Фанилыҡ аръяғына?
Өмөт гөлө шытмаҫ инде more…
Һылыулығына таң ҡалдым,
Бирештем арбауына.
Алһа, китеп барыр инем,
Ултырып арбаһына.
Бер ҡарамай китер инем,
Бынан алып башымды.
Йәшендәре башланды ла
Дауыл ғына баҫылды.
Хыялдарым да аҙашҡан,
Миҙгелдәрҙең көрөндә.
Китһәм — киттем,
Күптән инде
Үҙем сиған көнөндә.
Миңә бәхет юрамаһын,
Бәхетем баштан ашҡас,
Көйөктәре генә ҡалды,
Туҡтамайынса ташҡас...
Мөхәббәтең тоғро, тине,
Балдар тама теленән.
Беләм инде:
Ирҙәр һынды
Хыянаттың еленән.
— Алыҫ китерһең ултырып,
Яҙмышың арбаһына.
— Дөрөҫөн әйт:
Юл төшмәйме
Фанилыҡ аръяғына?
Өмөт гөлө шытмаҫ инде more…
Булат Юсупов
added a post
user-post.html
ҮЛЕМ МЕНӘН АЛЫШ
Үлем өсөн көрәшергә кәрәк.
Андрей Платонов
Үлем өсөн алышырға кәрәк,
Ҡалҡынырға кәрәк үрҙәргә,
Тыныс ҡына инде китеп булмаҫ,
Инеп булмаҫ ҡара гүрҙәргә.
Үлем менән йәшәү араһында
Ҡалайымсы әле бер аҙға.
Был үрҙәрҙән тыныс китер өсөн
Әжәл менән киләм боғаҙға.
Йәшәү ҡанат йәйә,
Утың яна,
Дауыл һыйынғанда ҡосаҡҡа.
Яла менән мин алышам хәҙер,
Бысаҡ килһен әле бысаҡҡа.
Тормош бара икән —
Усаҡ тере,
Ут та ҡаба инде ылыҫҡа.
Был ялғанлыҡ менән көрәшәйем,
Ҡылыс килһен әле ҡылысҡа.
Ел башына, әйҙә, ултырайым,
Елдәр һуғылмаһын йән-йәргә. more…
Үлем өсөн көрәшергә кәрәк.
Андрей Платонов
Үлем өсөн алышырға кәрәк,
Ҡалҡынырға кәрәк үрҙәргә,
Тыныс ҡына инде китеп булмаҫ,
Инеп булмаҫ ҡара гүрҙәргә.
Үлем менән йәшәү араһында
Ҡалайымсы әле бер аҙға.
Был үрҙәрҙән тыныс китер өсөн
Әжәл менән киләм боғаҙға.
Йәшәү ҡанат йәйә,
Утың яна,
Дауыл һыйынғанда ҡосаҡҡа.
Яла менән мин алышам хәҙер,
Бысаҡ килһен әле бысаҡҡа.
Тормош бара икән —
Усаҡ тере,
Ут та ҡаба инде ылыҫҡа.
Был ялғанлыҡ менән көрәшәйем,
Ҡылыс килһен әле ҡылысҡа.
Ел башына, әйҙә, ултырайым,
Елдәр һуғылмаһын йән-йәргә. more…
Uploading
Error loading page. Retry in 15 seconds.
Error loading page. Retry in 5 seconds.
Error loading page. Retry in 5 seconds.
������������ �����
от
www.Ufa.fm
МолодежныйПортал
С Новым годом!
от
Команда проекта
Мой Мир
С Новым годом!
от
Команда проекта
Мой Мир
Other people named Булат Юсупов in My World